Ғафури районы Сәйетбаба ауылында әсәләр көнөнә арналған тамаша үтте

Әсәйем изге фәрештәм. Ошондай исем аҫтында Ғафури районы Сәйетбаба ауылында әсәләр көнөнә арналған тамаша үтте. Республиканың билдәле сәхнә оҫталары ҡатнашҡан байрамға төбәктең ҡатын-ҡыҙҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре, тормош иптәштәре саҡырылды. Был сараны яҡташтары өсөн Сәйетбаба ауылынан сыҡҡан билдәле эшҡыуар, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Азат Фәйзуллин ойошторған.

Сәйетбаба ауылының мәҙәниәт йорто йыр-моңдан яңғырап тора. Сәхнәлә күренекле сәнғәт әһелдәре сығыш яһай. Бай йөкмәткеле тамаша ауыл халҡына байрам бүләге. Әсәләр көнөнә арналған концертты ошо аылда тыуып үҫкән эшҡыуар Азат Фәйзуллин 20 йыл дауамында ойоштора. Был юлы сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең ғаиләләре саҡырылған. Алғы һыҙыҡҡа Сәйетбаба ауыл биләмәһенән ике тиҫтәгә яҡын яҡташыбыҙ юлланған.

Азат Фәйзуллин әсәләр көнөнә арналған сараны «Атайсал» проекты сиктәрендә «Педагог һәм остаз» йылына бағышлап әҙерләгән. Эшҡыуарҙың мәғариф темаһына айырым иғтибар биреүе осраҡлы түгел. Азат Фәйзуллиндың әсәһе Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы Сәйетбаба мәктәбендә 40 йылдан ашыу география фәнен уҡытҡан, тыуған яҡты өйрәнеү музейына нигеҙ һалған күренекле уҡытыусы. Ул үҙенең балаларында ла тыуған яғына оло һөйөү тәрбиәләй.

Тыуған төйәгенең үҫешенә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Сәйетбабалар ҙа тарихи ауылдың данын һаҡлау, үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Беҙ тамырҙары ошо ергә береккән шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ, ти улар.

Байрамда ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға, яугирҙарҙың яҡындарына бүләктәр тапшырылды. Әсәйҙәр хаҡында йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, әлеге ҡатмарлы шарттарҙа ошондай йылы осрашыуҙар йәшәүгә көс, ышаныс бирә, тормошҡа йәм өҫтәй.

Рәмзиә Кәримова