Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. «Вәғәҙә иткәнемсә, Башҡортостан полкы яугирҙары янына барҙы. Уларҙың көнкүреше менән таныштым, кейенеү, туҡланыу шарттарын ҡараным. Махсус хәрби операция биләмәһенә даими ярҙам итеүҙе яйға һалыуыбыҙ бик мөһим. Республиканан гуманитар ылауҙар ебәрелеп тора, егеттәрҙең мохтажлығы юҡ.
Яугирҙарға яҡындарының һәм уларҙың ныҡлы тылы булып торған тотош Башҡортостан халҡының ихлас сәләмдәрен еткерҙем. Ватан һаҡсыларының һөр береһе менән ғорурланабыҙ. Сәфәр программаһы бик бай, алда тағы бик күп осрашыуҙар көтә. «Башҡортостан полкы яугирҙарына бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен теләйем,ҡалғанын беҙ хәстәрләрбеҙ.»,- тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.