Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Донбасҡа, «Башҡортостан» полкы яугирҙарына башҡорт аттары алып барып тапшырылды. Яҡташтарыбыҙ араһында шунда уҡ аттарҙы эйәрләп алыусылар ҙа табылды. Егеттәрҙең тәьҫоратары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова һөйләй.
Башҡорт аттары Донбасс урмандары һәм яландары буйлап тәүгә генә сапмай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында легендар 112-се кавалерия дивизияһы ошо ерҙәрҙән үтә. Тиҫтәләрсә йылдар үткәс тарих йәнә ҡабатлана. Тик был юлы бурыстар башҡараҡ. Аттар танктар һөжүменә ҡаршы бармай, улар яугирҙарға яралыларҙы сығарырға, йөк ташырға ярҙам итә. Ҡыйғынан «Разбойник» ҡушаматлы яҡташыбыҙ әйтеүенсә, уға ат эйәрләүҙең бер ҡыйынлығы ла булмаған.
Башҡортостандан килгән аттар тураһындағы хәбәр бөтә частәр буйлап йәшен тиҙлегендә таралған. Малыш менән Черныш хәҙер бар яугирҙарҙың яҡын һәм яратҡан дуҫы. Башҡортостан егеттәре иһә аттарҙы тыуған яғының бер өлөшө тип ҡабул итә. Ауыл ерендә тыуып-үҫкәндәр бигерәк тә яҡын күрә.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы махсус хәрби операциялағы иң ҡыҙыу нөктәләрҙең береһендә, Красный Лиман йүнәлешендә эшләй. Һөжүм артиллерия ғәскәрҙәре тарафынан да, ҡеүәтле хәрби техника менән дә алып барыла. Полк егеттәре ҡарамағында заманса Т90М Прорыв танкы ла бар. Әммә алғы һыҙыҡта аттарҙың үҙ урыны, яу яланында малҡайҙар тоғро дуҫ та, көндәлек ярҙамсы ла. Тиҙҙән бында тағы ла ике башҡорт атын көтәләр, шартлау тауышына өйрәнгәндән һуң улар ҙа хәрби бурысын үтәй башлаясаҡ.
Рәмзиә Кәримова