29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башлай. Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябрь киске 7-гә тиклем ҡабул ителә. Башҡа һорауҙар тура эфир барышында ла ҡарала. Ул 29 ноябрҙә киске 7-лә башлана. Уны БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» телеканалдары аша ҡарарға һәм «Юлдаш» радиостанцияһында тыңларға мөмкин. Былтыр Радий Хәбиров менән тура элемтә октябрь аҙағында уҙҙы. Ул 4 сәғәт самаһы дауам итте. Халыҡтан 3 меңдән ашыу һорау килде.