«Атайсал. Ватан көсө»- минең кесе ватаным. Яңауыл районында Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары һәм төньяҡ зонаға ингән райондар вәкилдәре ҡатнашлығында форум үтте. Яу яланында һәм тылдағы көслө шәхестәргә арналған форумдан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Яңауыл ҡалаһының үҙәк паркында махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙар исемлеге махсус стендта сағылдырылған. Ил азатлығы өсөн яуҙа һәләк булған батырҙарҙы әсәләр үҫтерә. Форумда ҡатнашыусылар хәрбиҙәрҙе иҫкә алып «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды.
«Күмәкләгән яу ҡайтарған!» - махсус хәрби опреацияла ҡатнашыусыларға арналған секцияла яңауылдарҙың хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамы беренсе тапҡыр ҙур майҙанда күрһәтелде. Маскировка селтәрҙәре бәйләүселәр, окоп шәмдәре әҙерләүселәр, аҙыҡ-түлек туплаусылар тылда еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көрәшә.
Алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡтар ҡылған хәрбигә Республика Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Форумда ҡатнашыусылар яугирҙы аяғүрә баҫып тәрбикләне.
Махсус хәрби операция биләмәһенә кейем-һалым тегеп, башҡа изге эштәр башҡарыусы гүзәл заттарҙың тырышлығы айырым Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Яңауыл районында төрлө конфессия вәкилдәре өсөн дин тотоу иреклеге бар. Ҡаланың Иверско-Иллиин ҡорамында христиан дини байрамдары үткәрелә. Бында махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттар именлегенә лә доғалар ҡылына.
Истәк ауылы мәсете лә Кесе Ватанға изге эштәр башланғысы менән төҙөлгән. Эшҡыуар Борис Дәүләтшин иман йортон бер туғандары менән килешеп ата-әсә нигеҙендә үҙ сығымдарына һалған.
«Кесе ватандың рухиәт киңлеге» секцияһында иһә Рәсәйҙә рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре барланды, мәғариф учреждениеларында йәштәргә дөрөҫ дини тәрбиә нигеҙҙәрен өйрәтеү юлдары асыҡланды.
Яңауыл районында ойошторолған форумда Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙары етештергән тауарҙар менән дә танышырға мөмкин ине. Ҡаҙаныштарға арналған интерактив күргәҙмәлә муниципалиттеттарҙа тормошҡа ашырылған уңышлы проекттар презентацияланды.
Асыҡ аралашыу майҙанында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйына беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән страт алған « Атайсал» проекты йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала. Проект махсус хәрби операция һалдатттарына ярҙам иткән йомарт һәм булдыҡлы кешеләрҙе берләштерә.
Яңауылда үткән зона форумында республикала егерме меңдән ашыу изге эш башҡарылыуы,. уларҙы ғәмәлгә ашырыуға миллиард һумдан ашыу сығымдар йүнәлтелеүе хаҡында һығымта яһалды. Беренсе зона форумы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәр артистар көсө менән әҙерләнгән байрам концерты менән тамамланды.
«Атайсал-Ватан көсө» зона форумы республиканың төнъяҡ ҡапҡаһы булған Яңауыл районында үткәрелеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Был төбәктә 30-ҙан ашыу милләт вәкиле татыу ғүмер итә. Улар атайсалын күркәмләндереүгә 310 ашыу изге эштәр башҡарған. Яңауылдар форум эстафетаһын Саҡмағош районына тапшырҙы.
Гүзәл Борханова