Өфөлә балалар финанс грамотаһына арналған 10-сы ғилми-ғәмәли конференция асылды

Сарала ҡатнашыуға теләк белдереп Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1400 ғариза ҡабул ителде. Конференцияла малай-ҡыҙҙарҙың финанс белемен камиллаштырыу өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, банктар әҙерләгән күргәҙмә һәм белгестәр менән түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Малай-ҡыҙҙар заманса программалар ярҙамында аҡса тотоноу, ғаилә бюджетын планлаштырыу, мутлашыусыларҙан һаҡланыу темаларына мәғлүмәт тупланы.