Ғаиләләр ял көндәрен фәһемле һәм файҙалы үткәрһен өсөн күңелле саралар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар ойошторолдо. Әсәйҙәргә арналған күләмле сарала 50-нән ашыу ғаилә ҡатнашты. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫкә өйрәтеүсе лекциялар тыңланы. Ҡатын-ҡыҙҙарға «Ғаилә хеҙмәте» ресурс үҙәге белгестәре тиҫтәнән ашыу йүнәлештә мәғлүмәт еткерҙе, консультация үткәрҙе.
Байрамға махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугир ғаиләләре лә саҡырылды. Гөлназ Дәүләтованың тормош иптәше йыл ярымдан ашыу алғы һыҙыҡта. Әсәләр көнөнә арналған байрамға саҡырыуҙарына Дәүләтовтарҙың балалары бик ҡыуанған. Сувенир-бүләктәр эшләү конкурсында ла улар әүҙемлек күрһәтте. Үҙ ҡулдары менән бүләк эшләп, әсәләренә бүләк итте.