Тамашасыларҙы «Ике аҡҡош» конкурсының финалы көтә. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған X-сы Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсының гала-концерты 1 декабрҙә үтә. Йыр һәм сәнғәт яратыусы таланттарҙы бүләкләү Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторола. Унда Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан республикаларынан, Сочи, Нижневартовск, Тольятти, Төмән, Ульяновск һәм башҡа ҡалаларҙан йыйылған йыр-моң һөйөүселәр тәбрикләнә.
Йыр конкурсының маҡсаты республикала билдәле сәнғәт әһелдәренең рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу, халыҡтар дуҫлығын нығытыу. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы төрлө номинацияларҙа баһалап, яңы таланттар аса. Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына һәм тормош юлына арналған мәҙәни сарала балалар ҙа, өлкәндәр ҙә сығыш яһай ала.