Мәҙәни конкурста Башҡортостан төбәктәренән һәм Ырымбур, Пермь, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Татарстан һәм Удмуртия республикаларынан ижади коллективтар сығыш яһаны.
Фестиваль йыр ижадын һаҡлап ҡалыу, Башҡортостандың халыҡ мәҙәниәтенең байлығына һәм төрлөлөгөнә иғтибар йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Башҡортостан башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған фестивалдә 110 ғаризанан жюри иң яҡшы 30 коллективты һәм башҡарыусыларҙы һайлап алған. Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә балалар һәм өлкәндәрҙең үҙешмәкәр һәм профессиональ ижади коллективтары - хорҙар, йыр һәм бейеү ансамблдәре, вокал ансамблдәре, солистар сығыш яһаны.