Баш ҡалала Студенттар балы ойошторолдо

Унда республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан илленән ашыу пар сығыш яһаны. Йәштәрҙе юғары әхлаҡлы шәхес булараҡ үҫтереүгә йүнәлтелгән театр-хореография балы быйыл етенсегә үтте. Колонналар залында шулай уҡ рус бал мәҙәниәте йолаларына арналған фотозона эшләне, викторина-конкурстар уҙғарылды. Байрам йола буйынса, иң яҡшы парҙы- балдың Короле һәм Королеваһы билдәләү менән тамамланды.