Башҡортостанда Халыҡ-ара бизнес аҙналығының төп өлөшө тамамланды

1 декабргә  тиклем  махсус көндәр  ҡаралған.  Форумға  23 ил делегациялары килде, 50-нән ашыу эшлекле сара уҙғарылды. Пленар ултырышта илдең иҡтисади киләсәге фаразланды. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади  үҫеш һәм  инвестиция сәйәсәте  министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостан менән инвесторҙар ҡыҙыҡһына. - Инвестициялар өсөн уникаль шарттар тәҡдим итәбеҙ. Был өлкәлә беҙ Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре рәтендә. Тағы ла нығырыҡ үҫешергә  тырышабыҙ, - тине ул.