Башҡортостанда 50 тәрбиәсе грант аласаҡ

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар биреү тәртибе раҫланды. Талаптарға  ярашлы, педагогтың  йәше  35-тән артмаҫҡа тейеш, уның  ике йылдан күберәк эшләүе шарт. Грант йыл һайын бирелә, уның суммаһы  575 мең һум була.  2024 йылдың 1 ғинуарынан  был премияға дәғүә итеүсе 50 педагог һайлап алына.