Рәсәй сифат системаһы яңы стандарттар билдәләне. Сертификат "Алтын солоҡ" учреждениеһына бирелде. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бындай продукция "хәләл" стандартын ҡабул иткән бөтә илдәрҙә таныласаҡ. Ғәрәп илдәрендә сауҙа итеү өсөн ул төп шарттарҙың береһе булып тора. Башҡортостанда 300 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнә. Быйыл 6 мең тоннанан ашыу бал етештерелгән.