Билдәле йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операция биләмәһендә ярты йыл хеҙмәт итеп, тәүге отпускыһын тыуған яғы - Дүртөйлөлә ҡаршылай. Бында уның донъялағы иң ҡәҙерле кешеһе - әсәһе йәшәй. Һәр концертынан һуң ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә менән ҡайтырға күнеккән билдәле йырсы байрам менән ҡотлауын да музыкаль бүләктән башланы.
80 йәшен тултырған Флүзә Ғәлим ҡыҙының шатлығынан күҙҙәре йәшләнде. Яңыраҡ төшөндә лә улының ялға ҡайтыуын күргән булған. Әсә йөрәге һиҙә. Доғалары менән именлек теләй. Ғәзиз балаһының Ватан һағына баҫыу теләгенә лә баштан уҡ ҡаршы килмәгән - тынлы оркестрҙа уйнарға тейеш булған, концертмейстер, дирижер ярҙамсыһы вазифаһында. Әммә бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисын барыһы ла Таһир Күсимов исемендәге батальондың медицина взводы санитар-водителе булараҡ белә.
Мөнәжәттәр аша иман нуры тарала. «Әсән» ҡушаматлы яугир - Радик Динәхмәтов дини шиғырҙарҙы көйләп башҡарыусы булараҡ та билдәле. Яңы әҫәрҙәргә доға табыуҙа әсәһе ярҙам иткән. Бөгөн дә яҡын кешеһенең өгөт-нәсихәттәре, йылы һүҙҙәре менән ҡанатланып йәшәй. Тәүәккәллек һәм бер эштән дә ҡурҡмауы тап ғаиләләге тәрбиәнән килә.
Алғы һыҙыҡта медицина хеҙмәткәрҙәрен фәрештәләргә тиңләргә мөмкин. Тап улар хәрбиҙәргә беренсел ярҙам күрһәтә, ҡатмарлы операциялар яһай, ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Өфөнөң 22-cе ҡала клиник дауаханаһының элекке хирургы ла мобилизация буйынса алғы һыҙыҡта. Йылдан ашыу ул мотоуҡсылар полкының медицина пунктында эшләй. Ҡорамалдар менән тәьминәт ғәҙәти дауахананан бер ҙә ҡалышмай, ти яҡташыбыҙ.
Әле «Док» ҡушаматлы яугир ҡыҫҡа ваҡытла ялға ҡайтҡан, ғаиләһе, балалары янында.
Билдәле булыуынса, Ғафури районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ - Док ҡушаматлы яугир мәктәптән һуң ветеринар һөнәрен үҙләштерергә ниәтләгән, әммә әсәһенең оло теләге буйынса медицина университетына уҡырға ингән. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә стажы ете йылдан ашыу. Махсус хәрби операция биләмәһендә изге эшенә тоғро ҡалыуы, ҡаһарманлығы - әсәһендә бер яҡтан ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсенән борсоуға ла һала.
Бар шундай һөнәр - Ватанды һаҡлау. Ғафури районы Игенйылға ауылынан Рәмилә Вәлишинаның ике улы ла әрменән һуң контракт төҙөп, ил алдындағы хәрби бурысты үтәүҙе дауам иткән. Бала саҡтан әсәләре ҡарауында ғына, эш менән сынығып үҫкән ир-егеттәр ҡыйыу аҙымдарҙан ҡурҡмай. Илдең тыныс киләсәген билдәләүҙә ҡатнаша.
Йөн иләү, бәйләм бәйләү... Улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан әсәләрҙең күбеһе үҙҙәрен ҡул эштәре менән әүрәтеп, борсолоулы уйҙарын, тыңғыһыҙлығын баҫа. Гөлбикә Ишморатова ла балаһы өсөн өҙгөләнгән йөрәген тынысландырырға тырыша. Алмаз ҡушаматлы яугир иһә яҡын кешеһе менән һәр ваҡыт бәйләнештә, курьер аша сәскә гөлләмәләре лә ебәргеләй.
Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ни бары ун дүрт көнгә иҫәпләнгән. Эльза Ғәликәеваның улы - «Каспер» ҡушаматлы яугир октябрҙә ялға ҡайтып, туй гөрләткән. Стеналағы фотоһүрәттәр - тормоштоң сағыу күренеше. Алғы һыҙыҡта сапер булып хеҙмәт итеп, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены, Суворов миҙалына ла лайыҡ булған
Эльза Ғәликәева биш бала тәрбиәләп үҫтергәне өсөн «Әсәлек даны» миҙалы, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Тормош иптәше ҡатынының уңған, тырыш, иң мөһиме - балаларға яҡшы әсәй булыуын билдәләй.
Ярты йыл элек «Игла» ҡушаматлы яугир ҙа ҡатыны менән алдан кәңәшләшмәй, йәшерен рәүештә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүгә контракт төҙөгән. Хәйер, яҡын кешеһе ҡарарын аңлап ҡабул итә. Ялға беренсегә ҡайтыуы. Байрам өҫтәле әҙерләнгән арала, ғәҙәттәгесә ғаилә башлығы балаларына Әсәйҙәр көнөнә бүләк әҙерләүҙә ярҙам итте.
Фидания Рафиҡова тормош иптәшен алғы һыҙыҡҡа оҙатҡанда көслө булырға вәғәҙә биргән. Бөгөн дә ул ҡыйыулығы менән тотош район халҡын хайран ҡалдырған. Тормош һынауын уңышлы үтеүе тураһында шиғыр һөйләп, Иглин ауылында ойошторолған муниципаль конкурста Гран-при алған. Күңел тауышы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына өндәшә - «көслө булығыҙ».
Махсус хәрби операция башланыу менән ҡатын-ҡыҙҙар берләшеп, ирекмәнлек эшенә тотондо. Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында йәшәүселәр ҙә тәүгеләрҙән булып маскировка селтәрҙәре үреү буйынса майҙансыҡ булдырғайны. Гүзәл заттар, шул иҫәптән хәрбиҙәрҙең әсәйҙәре, ҡатындары, мәҙәниәт йорто фойеһына бергә йыйылып эшләй. Әлегә иҫәп буйынса йөҙөнсө септә үрелә. Маскировка селтәренә алғы һыҙыҡта ихтыяж юғары, был турала хәрбиҙәрҙең яҡындары ла билдәләй. Япмалар танкты һәм башҡа техниканы хәрби һөжүмдән йәшерергә ярҙам итә.
Берҙәмлек билдәһе - гүзәл заттар үҙҙәрендә көс табып, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүгә әүҙем ҡушылды. Тылдағы эш яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа, ауыр ҙа... Әммә тап ул Еңеүҙе яҡынайтыуға булышлыҡ итә. Район, республика, тотош ил кимәлендә хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә иғтибар ҙа юғары. Киләһе йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе лә оло әһәмиәткә эйә.
Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам концерттары һәр район-ҡалала ойошторолдо. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына иғтибар һәм ихтирам күрһәтелде. Бөйөк исем йөрөтөүселәрҙең теләге бер - улдары Еңеү менән ҡайтһын.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ... Доға-теләктәр еткереү, гуманитар ылау туплауҙан тыш, үҙҙәре лә контракт төҙөп, Рәсәй Армияһының сафын тулыландыра. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктынан хәбәр итеүҙәренсә, гүзәл зат вәкилдәренә илле йәшкә тиклем сикләү ҡуйылған.
Үҙебеҙҙең мәтүшкә һәм бал... алғы һыҙыҡта яугирҙарға ғаилә, өй йылыһын бүләк итә. Өфөнән 46 йәшлек яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла улы һәләк булғандан һуң ашнаҡсыға уҡып сығып, «Башҡортостан» полкына эләгә. Хәрби ҡушаматты ла әсә «Ҡаһарманлыҡ» һәм «Шайморатов» ордендары менән билдәләнгән ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаһының иҫтәлегенә һайлаған. Хәҙер һәр яугир минең өсөн улым, ти ханым. Яуҙа ла үҙе өсөн түгел, ә тап улар өсөн ҡурҡа.
Әсәйҙәр көнөндә һәр хәрби, әлбиттә, ғүмер бүләк иткән яҡын кешеләренә ҡайнар сәләмдәрен юллай. Тыуған яҡҡа табан моңло йырҙар ҙа ағыла... Бына бит ул - оло бәхет сере.
Гөлназ Хәйбуллина