Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Уға ярашлы, беренсе урын алғандарға 115 мең һум бирелә, икенсе-өсөнсө урындар өсөн 57,5 мең һум була. Еңеүселәр һәм призерҙар остаздарына шулай уҡ 57,5 мең һум премия түләнә. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районынан иретеп йәбештереүсе Василий Пащенко Ҡытайҙа халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яуланы. Уны Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡотлап яҙҙы.