“Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”ндә 123 миллиард һумға инвестиция проекттары ҡаралған

Район һәм ҡалалар хакимиәттәрендә быйыл бизнес-шерифтар ҡатнашлығында 2,5 мең ултырыш ойошторолған, унда 3,5 мең проект өйрәнелгән. Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы барышында инвестицияларға бәйле һөйләшеү булды. Ултырышта Һиндостан, Төркиә, Мәскәүҙән белгестәр тәжрибә уртаҡлашты. Беҙҙең республика инвестициялар йәлеп итеү күрһәткесе буйынса Волга буйы округында өсөнсө урында килә. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 21 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Саралар был аҙнала ла дауам итә.