Башҡортостанда өлкәндәргә аралашыу өсөн алтынсы үҙәк асылды

Ул Баймаҡ ҡалаһында эшләй башланы, тип хәбәр итәләр Социаль фонд буйынса төбәк бүлексәһенән. Бындай үҙәктәрҙә оло йәштәгеләр өсөн төрлө саралар ойошторола. Өлкәндәр ҡул эштәре менән шөғөлләнә ала, компьютер һәм финанс белем дәрестәре үткәрелә, конкурстар уҙғарыла, бергәләп кино ҡарарға була. Оло быуынға аралашыу үҙәге проекты беҙҙең республикала былтырҙан һынала. Тәүге ошондай урын декабрҙә Мишкә районында асылды.