Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа 607 миллион һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелгән. Социаль контрактҡа ярашлы, аҡсаны үҙ ҡарамағыңа тотонорға ярамай. Уны эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, ҡайтанан белем алыу, ярҙамсыл хужалыҡ булдырыу йәки башҡа йүнәлештәрҙә ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, бизнес алып барыу өсөн 350 мең һум субсидия юлларға була.