Республикала һалҡын тейҙереп сирләгән мәктәп уҡыусылары һаны 60 процентҡа артҡан

7-14 йәшлек үҫмерҙәр күп ауырый башлаған, тип хәбәр итәләр Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығынан. Белгестәр мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына сығып санитар-гигиена талаптары үтәлешен тикшерә. Табиптар билдәләүенсә, декабрь-февралдә грипп менән сирлеләр артыуы көтөлә. Организмда иммунитет булһын өсөн вакцина яһатыу мөһим, шулай уҡ һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Медицина профилактикаһы буйынса штаттан тыш баш белгесе Сара Әхтәмова кәңәштәре.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт