Башҡортостан халҡының йылытыу өсөн бурысы арта

Ул 3 миллиард һумдан ашҡан. “БашРТС” компанияһы йыл башынан судҡа 28 мең самаһы ғариза ебәргән. Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  быйыл йылытыу өсөн түләү элекке тәртип буйынса башҡарыла. Сумма йорттағы иҫәп приборҙары күрһәткестәренән сығып билдәләнә. Улар булмаған осраҡта, 8 ай  дауамында норматив буйынса түләргә кәрәк.