Радий Хәбиров Ҡырым республикаһы етәкселеге менән осрашты

Рәсәйҙең яңы биләмәләренә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырым республикаһы етәкселеге менән осрашты. Көн тәртибенә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләһе сығарылды. Сергей Аксенов Ҡырымда йәшәүселәргә ярҙам күрһәткән өсөн Башҡортостан етәкселегенә һәм шәхсән Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.

Ҡырым етәкселегенә Радий Хәбиров та рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 2019 йылда ярымутрау дауалау һәм ял учреждениелары Сибай ҡалаһындағы карьерҙа мәғдән яныуға бәйле ҡатмарлы экологик хәл осоронда урындағы балаларҙы ҡабул иткәйне. Эшлекле осрашыуҙа «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә пенсионерҙарҙың ялын ойоштороу буйынса хеҙмәттәшлекте башлау тәҡдиме яңғыраны, Сергей Аксенов башланғысты хупланы.

Шулай уҡ осрашыуҙа Башҡортостан көсө менән Евпаторияла»Юбилейный» балалар шифаханаһын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Проект яңы эш урындары булдырып, республика балаларына Ҡырымда ял итеү мөмкинлеген асасаҡ. План буйынса киләһе йыл объектты күтәрә башлау ҡаралған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңы рекреация үҙәге Евпаторияның биҙәгенә әйләнәсәк.