Ырымбур дәүләт өлкә драма театры Өфө сәхнәһендә сығыш яһаны

Максим Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры Өфө сәхнәһендә сығыш яһаны. «Время Z» тип аталған тамаша Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә үтте. Спектаклдә Украинала барған ваҡиғаларҙың реаль видеояҙмалары актерҙар уйыны менән үрелеп бара. Виталий Молчанов әҫәрен сәхнәләштергәндә Ырымбур театры тәүге тапҡыр реаль ваҡиғалар тураһындағы документаль сығанаҡҡа мөрәжәғәт иткән. Спектакль Ырымбур өлкәһе ауыл-ҡалалары, шулай уҡ Һамар, Силәбе, Магнитогорск, Екатеринбург ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға. Төбәк-ара гастроль туры Рәсәй президенты мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында үткәрелә.