Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының социаль объекттарында булды

Донбассҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының социаль объекттарында ла булды. Төбәк етәксеһе берҙәм логистика үҙәге эше менән танышты. Майҙансыҡҡа республиканан гуманитар йөк менән машиналар даими килә, артабан улар адресаттарға - Башҡортостан хәрбиҙәре, урындағы халыҡҡа таратыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь башында Донбассҡа йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылғайны.

Красный Лучта Радий Хәбиров Ҡала мәҙәниәт һарайында булды, учреждение ярты быуаттан ашыу ремонтланмаған. Башҡортостан төҙөүселәр бинаны яңыртыуға тотонған. Быйыл объекттың ҡыйығын төҙөкләндереү, тәҙрә-ишктәрен алмаштырыу ҡаралған. Киләһе йыл тышҡы һәм эске биҙәкләү эштәре планлаштырылған. Башҡортостан башлығы Донбаста командировкала булған республика табиптары менән дә осрашты. Ябай булмаған шарттарҙа урындағы дауаханаларҙа эшләгән 26 медицина хеҙмәткәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.