Меңдән ашыу һорау һәм йөҙҙән ашыу видеомөрәжәғәт ҡабул ителгән. Иртәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән үтәсәк тура бәйләнешкә һорауҙар килеүен дауам итә.
Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябрь киске 7-гә тиклем ҡабул ителә. Башҡа һорауҙар тура эфир барышында ла ҡарала. Халыҡтан килгән бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Эфир барышында яуап биреп өлгөрмәгән осраҡта ла, мөрәжәғәттәр тейешле ведомстволарға йүнәлтеләсәк. Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш иртәгә киске сәғәт 7-лә башлана. Уны БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» телеканалдары аша ҡарарға һәм «Юлдаш» радиостанцияһында тыңларға мөмкин.
Быйылғы «Тура бәйләнеш» Радий Хәбиров өсөн төбәк башлығы булараҡ бишенсе тапҡыр үтә. Былтыр ул 27 октябрҙә уҙҙы һәм дүрт сәғәт самаһы дауам иткәйне. Эфир барышында республика халҡынан ике меңдән ашыу хәбәр килде, ә тура бәйләнеш иғлан ителгәндән алып йәмғеһе 3 меңдән ашыу һорау ҡабул ителгән. Күпселек осраҡта мөрәжәғәттәр юл, өлөшләтә мобилизация һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә бәйле булды.