Республикала аутоиммун ауырыуҙар менән сирләүселәр артҡан

Бер йыл эсендә дауаханаларҙа теркәлгән пациенттар һаны 18 мең сирленән 23 меңгә тиклем еткән. Күңелһеҙ статистикаға инфекция ауырыуҙары, күңел көсөргәнеше, нәҫел сирҙәре сәбәпсе. Өфөлә ревматик ауырыуҙар миҫалында пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүгә бәйле ултырыш үтте. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.

Белорет ҡалаһында йәшәүсе Юлия Ключникованың 42 йәшендә быуындары һыҙлай башлай. Бигерәк тә һауа торошо алышынғанда ауыртыныуы көсәйә. Дауаханала тикшереү үткәндән һуң уға көсәйеүсән полиартрит диагнозы ҡуйыла. Аутоиммун сирҙе бөтөнләй дауалап булмай, әммә ваҡытында асыҡлау һәм сара күреү уның аҙыуын иҫкәртә.

Ярты кәүҙәм ауыртыу сәбәпле, бер ваҡыт бөтөнләй йөрөй алмай башланым. Дауаханаға бармаһаң, инвалид булып ҡалыуың ихтимал тинеләр. Бөгөн ген инженер терапияһы менән дауаланам, файҙаһы бар. Ике аҙнан тағы ла терапияға киләм.

Юлия Ключникова, дауаланыусы

Аутоиммун сирҙәр ваҡытында кешенең үҙ иммунитеты сәләмәт күҙәнәктәргә ҡаршы көрәшә башлай. Ҡыҙыл волчанка, Бехтерев сире, көсәйеүсән артрит һәм башҡа сирҙәр Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында дауалана. Ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә кешенең инфекция, йә көслө стресс кисереүе, шулай уҡ нәҫел сирҙәре сәбәпсе булыуы ихтимал.

Аутоиммун сирҙе шәкәр диабеты менән сағыштыралар, йылдан-йыл сирләүселәр арта, әммә заманса терапия пациенттың йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда аутоиммун сирҙәр һәм уларҙы дауалау алымдары, ревматик ауырыуҙар менән сирле пациенттарға медицина ярҙамын һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороуға арналған кәңәшмә үтте.

Һуңғы йылдарҙа аутоиммун сирле кешеләргә тулы тормош менән йәшәү өсөн көслө препараттар уйлап сығарылды, улар әлбиттә ҡиммәт, әммә нимәһе ҡыуаныслы, Башҡортостанда дарыуҙар менән тьәминәт илдә алдынғылар рәтендә. Бөгөнгө кәңәшмәлә сирлегә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле дауалау тәғәйенләү, ген инженер терапияһын ҡулланыу тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ.

Руслан Древаль, «Социаль иҡтисад» үҙәге директоры, Санкт-Петербург

Аутоиммун сирҙәрҙе ваҡытында дауаламағанда уларҙың аҙыуы, пациенттарҙың инвалидҡа әйләнеүе ихтимал. Был хеҙмәт йәшендәге кешенең үҙенә лә, дәүләткә лә отошло түгел. Шуға күрә үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыу һәр кешенең яуаплылығы.

Лилиә Мәҡсүтова