Ейәнсура районында Петр Фокиндың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы туғандарына тапшырылды

79 йылдан һуң награда геройҙың тыуған яғына ҡайтарылды. Ейәнсура районы Яңы Петровское ауылында Белоруссия ерендә һәләк булған Петр Фокиндың «Батырлыҡ өсөн» миҙалын туғандарына тапшырыу тантанаһы үтте. Награданы Радий Хәбировҡа Беларусь республикаһы Премьер-министры Роман Головченко тапшырғайны. Башҡортостан башлығы йыл аҙағына тиклем ҡыҙылармеецтың тыуған яғында яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл асыласағын һәм миҙалдың фронтовиктың туғандарына биреләсәген белдергәйне.

Тиҫтә йылдар көтөлгән тантаналы мәл. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы геройҙың вариҫтарына тапшырыла. Ошоға тиклем улар ҡаһарман туғандары тураһында бер ни ҙә белмәгән. Хәбәрһеҙ юғалған, ерләнгән урыны ла булмау йылдар буйы күңелде өйкәне, ти улар.

Беҙҙең ата-әсәләр иҫән саҡта эҙләп ҡаранылар. Архивҡа, хәрби комиссариаттарға ла барҙылар, әммә һөҙөмтә булманы. Шулай ҙа хәтер йәшәне, беҙ шундай ағайҙарыбыҙ булғанына ғорурлана инек. Һәм ниһайәт, ошо яңылыҡ. Беҙ уларҙы яуҙа башын һалған ағайҙарыбыҙҙы ерләгәндәй булдыҡ.

Валентина Чалая, Петр Фокиндың ике туған һеңлеһе

Яҡташыбыҙ наградаға 1942 йылда Новгород өлкәһендәге бәрелештәрҙә батырлыҡ күрһәткәне өсөн лайыҡ була. Тағы ике йылдан уҡсылар батальоны командиры Петр Фокин Белоруссияны фашистарҙан азат иткәндә вафат була.

Беҙ архив документтарын күтәрҙек. Баҡтиһәң Петр Фокин «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәнәдән һуң ай ярым ваҡыт үткәс тағы бер наградаға лайыҡ була. Демянск ҡалаһы өсөн бәрелештәрҙә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән билдәләнә.

Илшат Үтәев, Республика хәрби дан музейы директоры

Уның ҡалдыҡтары быйыл сентябрҙә Белоруссияның Витебск өлкәһендә эҙләү эштәре ваҡытында табыла. Ләкин Белоруссия ҡануниәте буйынса эҙәрмәндәргә табылған ҡомартҡыларҙы сығарыу тыйыла. Лейтенантың миҙалын Радий Хәбировҡа Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Өфөгә эш сәфәре барышында тапшырҙы.

Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Ейәнсураның Яңы Петровское ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған һәйкәл дә яңыртылды. Хәҙер ул ауылдың йәме, илһөйәрлек, хәтер үҙәге.

Ә инде хәҙер бер геройҙың ғына түгел, тотош илдең һынмаҫ рухы, ҡаһарманлығын сағылдырған миҙалды теләгән һәр кем күрә аласаҡ. Петр Фокиндың туғандары ҡомартҡыны республиканың хәрби дан музейына тапшырҙы.

Айнур Кәбиров