«Юлдаш» радиоһы федераль кимәлдә сираттағы уңышын яуланы. «Теге өсәү» тапшырыуы «Радиомания» милли премияһы еңеүселәре исемлегендә. Бәйге финалы Мәскәүҙә уҙҙы. Башҡортса алып барылған тапшырыу илдең төрлө ҡалаларынан ебәрелгән 287 проект араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Бынан тыш, радионың «Ҡараш» тапшырыуы «Интервью» номинацияһында икенсе урынға сыҡты. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Был дәртле тауыштарҙы Башҡортостанда ишетмәгән, беренсе секундтан уҡ танымаған кеше юҡтыр. Һәр иртә егеттәр республика халҡын уята, яңы көнгә дәртләндерә. Эфирҙа улар иртәнге сәғәт 7-нән. Дәрт, көс алып барыусылар өсөн ҡәһүәлә лә, физик күнекмәләрҙә лә түгел. Ә...
Ә бына Филүс Ҡасимов таңғы сәғәт 4-тән үк аяҡ өҫтө. 15 йылдан ашыу иртәнге тапшырыуҙар алып барыу сәбәпле, ҡояш менән уяныу ғәҙәтенә ингән. Айбулат Сәсәнбаев иһә «Теге өсәү» тандемына сағыштырмаса һуңыраҡ ҡушылған.
Бәйгенең «Радиоуйын» номинацияһында «юлдаш»тарҙың «Оҙон көй» уйыны еңеү яулаған. Конкурсҡа сценарий, хатта ундағы «Ҡаһым түрә» халыҡ йыры ла руссаға тәржемә итеп ебәрелгән. Ул көндө уйында еңеп сыҡҡан Зөлфиә исемле радиотыңлаусының да еңеүҙә өлөшө бар, тип көлә егеттәр. Ул саҡта ханым халыҡ йырынан һүҙбәйләнеште 22 секунд һуҙып йырлаған. Билдәле, тәржемә аша башҡорт теле үҙенсәлеге, халыҡ менталитетын тапшырыу ҡатмарлы. Әммә «Юлдаш»тарҙың был ҡулынан килде.
«Ә хис-тойғоларҙы тәржемә итеп буламы һуң?» тигән һорауға ла егеттәрҙең үҙ яуабы.
Радиостанцияның баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрованың «Ҡараш» проекты конкурста икенсе урынға лайыҡ булған. Үҙ программаһында журналист студия ҡунағының «радиопортетын» төҙөй.
«Радиомания» - радиолар араһында иң абруйлы бәйге. Уны «Оскар»ға тиңләргә була. Милли радио булараҡ еңеү яулау «Юлдаш»тар өсөн ҙур мәртәбә.
Рәзилә Ғиниәтуллина