«Ете Егет» телепроекты еңеүсеһенә башҡорт тоҡомло ат бүләк ителде

БСТ телеканалында үткән реалити-шоуҙың еңеүсеһе тип быйыл Бөрйән районынан Юлдаш Моратшин табылды. Телепроектта ҡатнашырға теләк белдереп кастингка республиканың төрлө төбәктәренән йөҙҙән ашыу кеше ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, улар араһынан әүҙем, һәләтле 7 егет һайлап алынды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡул оҫталарынан халыҡ кәсептәрен өйрәнеп сәмле ярышты маҡсат итеп ҡуйған «Ете егет» телепроектына биш йыл. Тәүге юбилейын ҡаршы алған мәртәбәле реалити-шоу быйыл да тамашасыларҙы бай йөкмәткеле программа менән ҡыуандырҙы. Бөрйән районының хозур тәбиғәтендә үткән съемкаларҙа ир-егеттәр халыҡ кәсептәрен үҙләштереүҙә һәләттәрен күрһәтте. «Ете егет»тең еңеүсеһе итеп быйыл Юлдаш Моратшин табылды.

«Ете егет» проектында ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ҡиммәтле приздарға лайыҡ булды. Егеттәргә республика шифаханаларынан, бағыусыларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан бүләктәр тапшырылды.

Сағыу телепроектты ойоштороусылар әйтеүенсә, шоу төп маҡсатына иреште: хәҙер һәр ҡатнашыусы тимер сүкеүҙең, солоҡсолоҡтоң, ағас һырлауҙың нимә икәнен белә. Республика халҡына хас традицияларҙы һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.

Тамашасылар интерактив тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлы ҡатнашыусыларҙы һайлап алды. Телепроекттың финалы Өфө ресторандарының береһендә үтте һәм телевизион тапшырыу 31 декабрҙә БСТ каналында күрһәтеләсәк.

Флорида Ким