Мәғариф проектына ярашлы, октябрҙән алып республика журналистары һәм блогерҙар өсөн ун ике оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән саҡырылған спикерҙар тармаҡ өсөн мөһим темаларҙы күтәреп, текст менән эшләү, интервью алыу, социаль селтәрҙәрҙе алып барыу, аудиторияның иғтибарын йәлеп итеү серҙәренә өйрәтте. «RT-төбәк» медиамәктәбе өсөнсө йыл Рәсәй төбәктәрендә тормошҡа ашырыла, Өфө иҫәп буйынса - 23-сө ҡала.