Меңдән ашыу һорау һәм йөҙҙән ашыу видеомөрәжәғәт ҡабул ителгән. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш ойошторола. Уға әҙерлек нисек бара? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Трансляцияға әҙерлек күптән башланған. Тура бәйләнеш үтәсәк залға 14 телекамера урынлашытрылған, күсмә телевизион станция, саҡрым-саҡрым кабелдәр. Барыһы ла тауыш һәм видеоһүрәтте юғары сифатта күрһәтеү өсөн.
«Рюкзактар» тигәне Башҡортостан райондары буйлап ебәрелгән. Хеҙмәттәштәребеҙ урында йәшәүселәр менән осрашып уларҙың һорауҙарын тура бәйләнешкә сығып бирә аласаҡ. Быйыл тура эфирға дүрт райондан ҡушылыу ҡаралған. Алдан ҡабул ителгән һорауҙар экранға сығарыла. Әйткәндәй, мөрәжәғәттәрҙе йыйыу эфир барышында ла дауам итә. Һәр һорауҙы Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшкәртеүгә ала, темалар буйынса бүлә, видеоһорауҙарҙы тейешле форматҡа күсерә.
Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Бәйләнеш ваҡытында яуап биреп өлгөрмәгән һорауҙар хәл итеү өсөн ведомстволарға һәм хакимиәттәргә йүнәлтеләс.
Башҡортостан башлығының «Тура бәйләнеш»ен һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр ҙә ҡарай аласаҡ. Әңгәмәсең нимә әйтерен белмәй эшләү, әлбиттә, ауыр. Ҡулланылған фразеологизм, цитаталар, терминдар тиҙ арала дөрөҫ итеп ым-ишара теленә тәржемә ителәсәк.
Республика етәксеһе менән «Тура бәйләнеш» булыуы ике яҡ өсөн дә ҡулай, тип билдәләй иҡтисад фәндәре докторы Азан Йәнгиров. Халыҡ туранан-тура Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә алһа, Башҡортостан башлығы иһә халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе һәм ихтыяждарын шәхсән үҙҙәренән ишетәсәк.
Быйылғы «Тура бәйләнеш» Радий Хәбиров өсөн төбәк башлығы булараҡ бишенсе тапҡыр үтә. Былтыр ул 27 октябрҙә уҙҙы һәм дүрт сәғәт самаһы дауам итте. Эфир барышында республика халҡынан ике меңдән ашыу хәбәр килде, ә тура бәйләнеш иғлан ителгәндән алып йәмғеһе 3 меңдән ашыу һорау ҡабул ителгән. Күпселек осраҡта мөрәжәғәттәр юл, өлөшләтә мобилизация һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә бәйле булды.
Әлфинә Килдейәрова