Рус география йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау проекты сиктәрендә Иглин районында Ләмәҙ шишмәһе төҙөкләндерелде. Федераль конкурста еңеү һөҙөмтәһендә һыу сығанағын таҙартып, биләмәне тәртипкә килтереүгә 100 мең һум аҡса йүнәлтелгәйне. Шишмә төҙөкләндерелгәндәс урындағы халыҡ проектты тормошҡа ашырыусыларға, бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ташлыйылға ауылы эргәһендәге шишмәне таҙартҡанда ҙур эш башҡарыла: сүп-сар йыйыла, юлға ҡырсынташ түшәлә, һыу алған урынға ҡыйыҡ ҡуйыла, мәғлүмәт щиты беркетелә. Рус география йәмғиәте вәкилдәре киләсәк быуын да экология мәсьәләләренә иғтибарлы булыр тигән ышаныс белдерә.