Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына яугирҙәргә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе

"Тылдағылар ҙа ҡаһарманлыҡ ҡыла. Был беҙҙең тыл армияһы. Бөгөн Башҡортостандың бөтә халҡына ярҙам өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Өлкәндәр, йәш ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә. Бындай селтәр беҙҙең яугирҙәргә һәр ваҡыт кәрәк. Гуманитар йөк ташыу ҙа яҡшы ойошторолған. Красный Луч ҡалаһындағы келәт һаҡлана. Бөтә йөк теркәлгән. Беҙҙең бурыс йөктө алып барып еткереү, подразделение командирҙарына хәбәр итеү. Гуманитар йөк оҙатыу махсус операция тамамланғансы дауам итәсәк", -тине Радий Хәбиров бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында.