Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре форумын Өфөлә уҙғарыу ҙур әһәмиәткә эйә

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре форумының Башҡортостанда уҙғарылыуы ҙур мәртәбә тип белдерҙе. Был йыйын киләһе йылда Өфөлә үтә. - Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барған предприятиелар һөҙөмтәлерәк эшләй. Яңыртыу, хеҙмәт хаҡы түләү өсөн яңы мөмкинлектәр була. Бөгөн Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан менән авиабәйләнеш булдырылған. Беҙҙең күршеләр - мөһим сауҙа партнерҙары. Хеҙмәттәшлек яңы етештереү ҡеүәттәре асырға булышлыҡ итә, - тине Радий Хәбиров.