Республика Башлығы "Тура бәйләнеш" барышында Өфө ҡаласығы буйынса һорауға яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, халыҡта борсолоу тыуҙырырға кәрәкмәй, бөгөн православ ҡорам төҙөлөшө туҡтатылған. - Андрей Назаров менән был мәсьәлә буйынса кәңәшләштек. Мосолмандар талабы ла ғәҙел, тағы бер ҡорам төҙөгәнсе, мәсетте төҙөп бөтөргә. Был проект менән шәхсән шөғөлләнәсәкмен. Ныҡлап тикшерәбеҙ. Бер манара көмбәҙе килеп төштө инде. Ҡарар ҡабул ителде, финанслау сығанаҡтары билдәле. Быйыл, йә киләһе йыл яҙ манараларҙа эш башлана. Ә ҡорам буйынса әүҙем ҡаршы сыҡтылар, ҡолаҡ һалырға кәрәк. Унда депозитарий була, - тине Радий Хәбиров.