Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә туплау дауам итә

Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр һәм 45 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итә ала. Алғы һыҙыҡта ҡатын-ҡыҙҙар медицина хеҙмәткәре, элемтәсе, ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, хәрби юл үтеү теләге булғанда Башҡортостанда формалашҡан исемле батальондарға ҡушылырға мөмкин

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр 117 һандары буйынса шылтырата, военкоматтарға мөрәжәғәт итә ала. Контракт төҙөүселәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн күп төрлө социаль льготалар һәм гарантиялар ҡаралған. Уларға туплау-ипотека системаһы аша Оборона министрлығы иҫәбенә торлаҡ һатып алыу, балаларына юғары уҡыу йорттарында бушлай белем алыу, йәйге лагерҙарҙа ял итеү мөмкинлеге бирелә. Контракт хеҙмәтенә ҡушылыусыларҙың хәрби дәрәжәһенә ҡарап эш хаҡы -204 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Айырым уңыштар һәм ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.