Өфөлә Рәсәй балалар һәм йәштәр «Беренселәр хәрәкәте»нең координация советы ултырышы үтте. Йыйылышта төрлө ведомство вәкилдәре, ойошманың республика төбәктәре белгестәре ҡатнашты. Ултырышта йәштәр хәрәкәте эшмәкәрлеге, киләсәккә йүнәлештәре билдәләнде. Башҡортостанда хәрәкәткә бөтә мәктәптәр ҡушылды.
Ойошма ярҙамында уҡыусылар үҙ һәләттәрен, лидерлыҡ сифаттарын аса, проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыуҙан тыш тормошта ҡайнап йәшәй. Белгестәр билдәләүенсә, беренселәр хәрәкәте быға тиклем булған тәрбиәүи сараларға таянып, йәштәрҙе киләсәк тормошҡа әҙерләй.