Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында ҡаҙ өмәһе ойошторолдо

Ҡаҙ өмәләре гөрләй. Борондан килгән йола күп ауылдарҙа бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ишбирҙе ауылында йәшәүсе Ләлә менән Радик Иҙелбаевтар муллыҡ байрамын үткәрҙе. «Сәләмәт ауыл» акцияһына ярашлы ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙмала.

Әле ауылдарҙа күңелле осор, көн һайын тиерлек һәр йортта ҡаҙ өмәләре үтә. Ишбирҙе ауылында йәшәүсе Ләлә һәм Радик Иҙелбаевтар яҙ һайын күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә. Быйыл улар ике тиҫтәнән ашыу “Линда” тоҡомло ҡаҙ көткән.

Өмөгө уңған, егәрле ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Сөнки ҡаҙ эшкәртеү ҙә еңелдән түгел. Өмөселәр йолаға ярашлы бар эштәрҙе тиҙ арала башҡарып ҡуйҙалыр. Йылайыр йылғаһында ҡаҙҙарҙы сайып, киләһе йылда ла ҡош-ҡорттоң уңыуын теләп, ҡаурыйҙарын юлға һиптеләр, йырлап-бейеп күңел астылар.

Был сарала оло йәштәге тыуғандар ҡаурыйҙарҙы һыҙырып, яҫтыҡҡа әҙерләне. Ҡаҙ менән бәйле төрлө һынамыштарҙы иҫкә төшөрөп, ҡоштоң майын ҡулланыу, уның шифаһы тураһында ла һөйләнеләр.

Ҡаҙ өмәләре - ауылдарҙың йәме, ҡото. Улар атҡарыла икән, тимәк халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә килә. Ошондай байрамдар берҙәмлекте, татыулыҡты ла арттыра.

Раушаниә Рәхимова