Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығына һайлауҙа икенсе мөҙҙәткә кандидатураһын тәҡдим итәсәкме? Республика етәксеһе менән “Тура бәйләнеш” барышында “Ҡызыл таң” гәзите баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов ошондай һорау бирҙе.
Ил Президентын һайлауҙа Владимир Путин еңәсәкме тигән һорауға Башҡортостан етәксеһе ғәмәлдәге дәүләт башлығының рейтингын ҡарарға тәҡдим итте. “Президентыбыҙҙың дәғүәселәре юҡ”, - тине Радий Хәбиров. Ул Владимир Путин алда торған һайлауҙа ҡатнашасаҡ тигән ышаныс белдерҙе.