Өфөлә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу дауам итә

Был юлы эшкә баш ҡаланың Ленин районы хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Коммуналь хеҙмәттәр үҙәк урамдарҙы, йәйәүлеләр юлын һәм туҡталыштарҙы көрттән таҙарта. Йәмғеһе район ҡеүәтендә 40 ҡар таҙартыу техникаһы иҫәпләнә, бөгөн урамдарға уларҙың яртыһы сыҡҡан. Линияла 22 хеҙмәткәр эшләй. Ҡар менән көрәш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Коммуналь хеҙмәттәр ҡышҡа әҙер, техника һәм боҙға ҡаршы материалдар йәйҙән үк әҙерләнгән, өҫтәмә машиналар һатып алынған. Әммә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ күҙәтелә.