Өфө студенты миллион һумлыҡ федераль грант отҡан

Паштеттан «мустет». Өфө дәүләт нефть техник университеты магистры Марк Сафронов сәләмәтлек өсөн файҙалы яңы продукт етештерә башлауға миллион һумлыҡ федераль грант отҡан. Ризыҡ нигеҙендә тауыҡ паштеты менән ноҡот борсағы иҙмәһе булыуы билдәле. Тикшеренеүҙәр дүрт йыл дауамында «Махсус химия технологияһы» кафедраһы лабораторияһында Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре менән берлектә ойошторолған. Әле мустетты төрлө шарттарҙа һаҡлау ваҡыты өйрәнелә

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән килешеү төҙөлгәндән һуң мустет тип исемләнгән продуктҡа патент, сауҙа маркаһы алыу һәм пилот рәүештә етештерә башлау мәсьәләһе ҡараласаҡ. Ризыҡ сәләмәтлек өсөн файҙалы, юғары калориялы, аҡһым, витаминдарға бай.

Марк Сафронов, Өфө дәүләт нефть техник университеты магистры