Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң соҡорло юл ярты көн эсендә ямап ҡуйылған

Тура бәйләнеш мөғжизәһе. Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң Өфөнөң Зорге урамындағы соҡорло юл ярты көн эсендә ямап ҡуйылған. Был тура линия һөҙөмтәһендә хәл ителгән проблемаларҙың бәләкәй генә бер миҫалы. Башҡортостан башлығы адресына килгән бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Әммә эксперттар фекеренсә, күп кенә мәсьәләләрҙе Республика етәксеһенең ҡушыуын көтмәйенсә лә хәл итергә мөмкин ине. Тәүге эш һөҙөмтәләре һәм белгестәрҙең фекере тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Тура бәйләнештән һуң бер тәүлек тә үтеп өлгөрмәгән, ә Зорге урамындағы ихатала соҡорҙар ямалған. Көн һыуытып, ер туңдырып тороуға ҡарамаҫтан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре иртәндән үк ремонт эштәрен башлаған. Тик был ваҡытлыса ғына, яҙ урамға асфальт йәйеләсәк.

Ғөмүмән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар торошо, социаль объекттар төҙөү, инфраструктура һәр йылда ла тура бәйләнештә төп урынды биләй. Әммә был юлы махсус хәрби операция менән бәйле мөржәғәттәр ҙә байтаҡ. Әммә был тәңгәлдә ғәҙеллек өсөн, һорауҙар менән бер рәттән рәхмәт әйтеүселәрҙең күп булыуын да биләдләп үтергә кәрәк. Башҡортостан етәкселеге алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаилләренә даими ярҙам итә.Бындай иғтибар һәм хәстәр илдең башҡа бер төбәгендә юҡ, ти эксперттар.

Төбәк үҫеше нигеҙендә реаль сектор ята. Әммә тура бәйләнештә сәнәғәт, ауыл хужалығы, етештереү, инвестициялар йәлеп итеү менән бәйле һорауҙар әҙ булды. Белгестәр күҙлегенән, был күренешкә аңлатма бирергә мөмкин, тимәк, был тема күптәрҙе борсомай. Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов тура линияны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған, был әңгәмә йәмғиәттең һулышын тойорға ярҙам итә, ти ғалим.

Алдағы йылдар менән тағы ла бер айырма-һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған һорауҙарҙың кәмеүе. Сөнки проблемалар даими хәл ителә. Радий Хәбиров тура линия барышында медицина хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр һәм Баҡалы районына ашығыс медицина ярҙамы машинаһы биреү бурысын да ҡуйҙы. Шулай уҡ онкология диспансеры янында пансионат, хоспистың икенсе сиратын төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде. Оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләгән тәжрибәле табип Фәнил Шәмиғолов әйтеүенсә, системала проблемалар бар, әммә улар хәл ителә. Дауаханаларҙың ҡеүәтле диагностика ҡоролмалары менән йыһазландырылыуы ҡыуыныслы. ти ул.

Тарихсыларҙы һәм журналистарҙы Башҡортостандың йөҙөн биләдәләгн объекттарҙың яҙмышы борсой. Мәҫәлән, Өфө циркы һәм Салауат Юлаев һәйкәле. Циркты төҙөкләндереү 2025 йылда башланыр тип күҙаллана. Әр Рәхим мәсетендә лә төҙөлөш эштәре декабрҙә яңыртылырға тейеш. Радий хәбиров фекеренсә, финанслау сығанаҡтары табырған. Республиканың символы булған Салауат Юлаев һәйкәлен дә реконструкция көтә, ул башҡаланың юбилейынан һуң башлана.

Дүрт сәғәткә яҡын һөйләшеү, 4 меңдән ашыу мөрәжәғәт. Радий Хәбиров һәр һорауға ихлас һәм ентекле яуап бирҙе. Республика менән идара итеү үҙәгедә ойошторолған тура бәйләнеш төнгө ун бер тулыр алдынан тамамланды. Әммә һуң булыуға ҡарамаҫтан күптәрҙә йоҡо ҡайғыһы юҡ ине, бигерәк тә муниципаль берәмек етәкселәрендә. Урындағы үҙидара алдында мөржәғәттәрҙе хәл итеү бурысы тора.

Рәмзиә Кәримова