Эшлекле сара «Шәхси хоҡуҡ тураһында диалогтар» тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференциянан башланды. Рәсәй президенты ҡарамағындағы Сергей Алексеев исемендәге шәхси хоҡуҡ тикшеренеү үҙәге ойошторған форумда БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булды.
Дөйөм Рәсәй юридик форум башланыуға һанаулы сәғәттәр. Сара ҡунаҡтары Өфөнөң Совет майҙанында йыйылып, Легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Юридик берләшмә вәкилдәре баш ҡаланың тарихи үҙәгендә булыу рух күтәренкелеге өҫтәүен билдәләне.
Экскурсиянан һуң ҡунаҡтар «Торатау» конгресс-холына юл алды. Дөйөм Рәсәй юридик форумының эшлекле программаһына ярашлы, «шәхси хоҡуҡ тураһында диалог» тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Саҡырылған федераль белгестәр Гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡҡа арналған докладтар менән сығыш яһаны, тыңлаусылар итеп төрлө төбәктәрҙән юристар һәм Башҡортостан юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды
Күләмле Мәғариф проекты шәхси хоҡуҡ идеяларын күтәреү, цивилистика фәнендә, йәғни граждалыҡ хоҡуғы ғилемендә яңы исемдәр эҙләү, Рәсәй ҡалаларының ғилми мәктәптәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға арналған.
Күләмле форум ике көнгә иҫәпләнгән. Уның сиктәрендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса советтың күсмә ултырышы ла үтә. Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе лә мөһим социаль проекттар менән сығыш яһай. Сараның тап Башҡортостанда ойошторолоуы осраҡлы түгел.
Юристарҙың һөнәри байрамына арналған форумда хоҡуҡи тармаҡтың иң яҡшы белгестәрен билдәләү ҙә планлаштырылған, йыл юрисы премияһы тапшырыласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар данлыҡлы совет ғалимы, юрист Анатолий Венедиктовҡа бюст асыу тантанаһына ла саҡырылған. Мемориал Цюрупа урамында ҡуйылған
Гөлназ Хәйбуллина