Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар советы Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы акцияһына ҡушылып яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр туплауҙы дауам итә. Район ҡатын -ҡыҙҙары туҡмас ҡырҡыу, ҡоро душ яһау, маскировка селтәрҙәре үреү, шәм эшләү кеүек эштә әүҙем ҡатнаша. Шаран районының битараф булмаған халҡы был юлы «Шаран һалдаттарына йылы» акцияһы буйынса юрған һәм пледтар, ойоҡбаш- бирсәткәләр, башҡа кәрәк- яраҡтар йыйҙы.
Ошо көндәрҙә Шаран районы алғы һыҙыҡҡа сираттағы 17-се гуманитар конвой оҙатасаҡ. Мобилизацияланған хәрбиҙәргә, ирекмәндәргә исемле посылкалар, хаттар ҙа ебәрелә.