Ашығыс хеҙмәттәр килгәндә, транспорт сараһын тулыһынса ут ялмап өлгөрә, әммә водитель ваҡиға урынында булмай. Бәхеткә күрә, салондағы өс пассажир ҙа үҙаллы эвакуациялана, зыян күреүселәр теркәлмәй. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн Бөрө район-ара прокуроры Алмаз Әбдүшев килә. Күҙәтеү барышында ул пассажирҙар ташыуҙа һәм транспорт сараларын файҙаланыуҙа хәүефһеҙлек талаптарын тәьмин итеү йәһәтенән шәхси ташыусының эшен тикшерәсәк. Нигеҙ булған осраҡта прокурорҙың яуап биреү сараларын ҡабул итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк.