Ҡышҡы фестиваль үҙ ишектәрен аса. Башҡортостандың милли симфоник оркестры 1 декабрҙән 28-нә тиклем бишенсе Ҡышҡы юбилей фестивален үткәрә, ул быйыл Сергей Рахманиновтың 150 йыллығына арнала. Фестиваль мәҙәниәт өлкәһендә сағыу ваҡиға буласаҡ. Башҡортостандың дәүләт оркестры менән бергә донъя кимәлендәге солистар - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Гиндин, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Овчинников, Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Станислав Корчагин, Филипп Копачевский, Шәүрә Сәғитова сығыш яһай.