Өфөлә Рәсәй төбәктәре иҡтисади үҫеш министрҙарының координация кәңәшмәһе үтте

Бөгөн Өфөлә Рәсәй төбәктәре иҡтисади үҫеш министрҙарының тәүге координация кәңәшмәһе үтте. Абруйлы форумда илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Николай Журавлев, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Максим Топилин, Рәсәйҙең 80 төбәгенән иҡтисади үҫеш министрҙары һәм делегаттар ҡатнашты. Сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Иҡтисади үҫеш буйынса тәүге коррдинация кәңәшмәһенең Өфөлә үтеүе нигеҙһеҙ түгел, форумда республиканың тышҡы һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса эш тәжрибәһе уңышлы тип баһаланды. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Сибай-Новорудная» тимер юлын төҙөү буйынса инвестиция проекты, Белоруссия менән берлектә төҙөлгән «Амкадор» заводының етештереү ҡеүәттәре, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр. Форум күргәҙмәһендә Башҡортостандың күп яҡлы эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, әле республика Яҡын Көнсығыш һәм Азия баҙарын яулау буйынса эш алып бара. Һуңғы ике йылда тышҡы тауар әйләнеше 40 процентҡа артҡан, экспорт күләме 150 милллион һумға күтәрелгән. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников Башҡортостандың эш тәжрибәһен юғары баһаланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин оҙайлы иҡтисади үҫеште тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был эште яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыу талап ителә. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников белдереүенсә, пандемияға, санкцияларға ҡарамаҫтан, тотороҡло үҫеш күҙәтелә. Күрһәткестәрҙе артабан да арттырыу өсөн берҙәм эшмәкәрлек, төбәктәр араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек талап ителә.

Бөтә донъя банкы мәғлүмәттре буйынса, былтыр Рәсәй иҡтисады донъялағы иң ҡеүәтле 5 дәүләт исемлегенә ингән. Был ҡаҙанышта һәр республиканың, өлкәнең өлөшө бар. Форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, тап ошондай осрашыуҙар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытырға, тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә. Сөнки һәр береһенең үҙенә генә хас уңышлы эш алымдары бар.

Иҡтисади тоторҡлоҡ артында эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек ята. Шулай Рсәй иҡтисади үҫеш министрлығының төбәктәр ихтыяжын иҫәпкә алып программалар ҡабул итеүе лә иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, Башҡортостан 20 ғинуарға тиклем глэмпингтар һәм башҡа турист объекттары булдырыу буйынса конкурсҡа сиратағы ғариза тапшырырға йыйына.

Иҡтисади үҫеш программаһын 4 йүнәлешкә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүгеһе ҡулланыусылар баҙарына йүнәлтелгән тармаҡ, бында автопром, еңел снәғәт, көнкүреш әйберҙәрен етештереү, торлаҡ, ауыл хужалығы туризм инә. Икенсеһе-инвестиция тауарҙары, өсөнсөһө-технологиялар һәм ҡоролмалар. Иң мөһиме инде-эске һәм тышыҡы хеҙмәттәшлекте, шул иҫәптән экспортты үҫтереү өсөн транспорт һәм логистика селтәре булдырыу. Ошо бурсытарҙы күҙ уңында тотҡанда уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Ә дәүләт тарафынан ярҙам саралары ҡаралған.

Иҡтисадтың көҙгөһө һандар, күрһәткестәр, статистика. Быйыл илдең эске тулайым продукты алдағы йыл менән сағыштырғанда, 3,2, ә 2021 йылға ҡарағанда 1 процентҡа артҡан. Йәғни, һуңғы йылдарҙағы ҡатмарлы шартттар- пандемияға, санкцияларға ҡарамаҫтан иҡтисадтың тотороҡло үҫеше күҙәтелә. Хатта был һынауҙар эске резервтарҙы асырға мөмкинлек бирҙе тип әйтергә була.

Рәмзиә Кәримова