Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Эшлекле сара сиктәрендә күсемһеҙ милек, атап әйткәндә, күршеләр хоҡуғына бәйле айырым положениеларҙы яҡшыртыу мәсьәләһе, интеллектуаль милек, банктролыҡҡа бәйле статьяларға үҙгәрештәр индереү буйынса федераль закон проекттары ҡаралды. Дәүләт думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесе Павел Крашенинников билдәләүенсә, Башҡортостан күсмә ултырыш уҙғарыу майҙансығы булараҡ осраҡлы һайланмаған.
Рәсәй президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса советтың күсмә ултырышы йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостан уны тәүге тапҡыр ҡабул итте. Радий Хәбиров Гражданлыҡ ҡануниәте өлкәһендәге сараны ойоштороу оло мәртәбә булыуын билдәләне.
Дөйөм Рәсәй юридик форум сиктәрендә Өфөнөң Цюрупа урамында данлыҡлы яҡташыбыҙ, совет ғалимы, юрист Анатолий Венедиктовҡа бюст асылды. Тантанала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, юристар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Анатолий Васильевич иҡтисади хоҡуҡ буйынса белгес булараҡ билдәле, 1944 йылда Ленинград университетының юридик факультетын етәкләй, ике йөҙҙән ашыу фундаменталь хеҙмәт авторы.