Герой-балалар, ҡотҡарыусылар һәм журналистар. Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәр геройҙарын һәм теманы яҡтыртыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Йыл һайын ойошторолған «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестивале ведомствоның иң күләмле йәмәғәт акцияһына әүерелеп өлгөргән. Быйылғы тантана «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
14 йәшлек Анна Белякованың күкрәгендә ике миҙал балҡый. Үҫмер ҡыҙҙың батырлығын баһаларлыҡ йөҙ миҙал да етмәҫ ине, буғай. Бер йыл элек ул ут эсенән 4 бәләкәй ҡусты-һеңлеһен алып сыға. Өйгә ут тоҡанғанда, бәләкәй балалар йоҡлаған булған. Бина тиҙ арала төтөн менән тула. Анна тәҙрәне ярып, бәләкәй туғандарын урамға сығара. Шул арала үҙе эҫе һауа һулап, үпкәләрен яндыра.
Ә Дмитрий Насыров - наградаға лайыҡ булыусы балалар араһында иң бәләкәй 9 йәшлек малай Иглин ауылында йәшәй. Ул шулай уҡ кескәй һеңлеләрен һәләкәттән ҡотҡарған. Күп балалы ғаилә йорто быйыл яҙ яна. Дима башта ут эсенән бәләкәстәрҙе ҡотҡара, һуңынан үҙе сыға.
Сара барышында сәхнәгә йәмғеһе 6 герой-бала күтәрелде. Берәүҙәр уттан, икенселәр һыуҙан зыян креүселәрҙе ҡотҡарып, батырлыҡ күрһәткән. Үҙҙәре бәләкәй булһалар ҙа, йөрәктәре ҙур һәм батыр уларҙың. Йәмғеһе фестиваль сиктәрендә меңдән ашыу балаға ҡыйыулыҡ өсөн награда тапшырылған.
Фестиваль сиктәрендә балалар ғына түгел, өлкән геройҙар ҙа билдәләнде. «Һөнәрендә иң яҡшыһы» исемлеген бер нисә ут һүндереүсе тулыландырҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр структтураһы эшмәкәрлеген яҡтыртып барыусы журналистар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Фестиваль йыл һайын үткәрелеп, батыр йөрәклеләр артасаҡ ҡына.
Рәзилә Ғиниәтуллина