Бөгөн Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумында Башҡортостан стендында «Рәсәйҙең Сәнәғәт умартасылары» йәмәғәт ойошмаһы менән Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге мәғлүмәт бәйләнеше тураһында килеште.
Башҡортостан стендында бөгөн ауыл хужалығы аҙналығында башҡорт аты һәм башҡорт бал ҡорто көндәре тамамланды.
Иртәгә республиканың эре аҙыҡ-түлек брендтары тәҡдим ителә. 3 декабрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» форум-күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарыла. Унда милли йолалар менән үрелеп барған ысын башҡорт милли туйын ҡарарға мөмкин буласаҡ.