«Берҙәм Рәсәй» партияһы халыҡты ҡабул итеү декадаһын башланы

Был сара тотош илдә, партияның төбәк йәмәғәт ҡабул итеү урындарында 1 декабрҙән 10 декабргә тиклем ойошторола. Ошо осорҙа көн дә төрлө кимәл депутаттары, ведомство, министрлыҡ вәкилдәре халыҡ һорауҙарына, мөрәжәғәттәренә яуап бирә. Башҡортостанда ул баш ҡалала ғына түгел, райондарҙа ла уҙа. «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһы сиктәрендә алынған автобустарҙа төбәктәргә хоҡуҡи десант юлланасаҡ. Унда ла юристар, депутаттар корпусы һәм хакимиәт вәкилдәре халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итеү менән шөғөлләнә.